САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Ноябрь 2019, 17:50

Матур ғаилә – ил күрке

Күп балалы ғаиләләр, әлбиттә, һәр ауылда бар. Шулар араһынан татыулыҡта ғүмер итеп, ул-ҡыҙҙарын үҙ өлгөләрендә эшһөйәр, тәрбиәле итеп үҫтергәндәре һәр ваҡыт һоҡланыу тойғоһо уята. Шундайҙарҙың береһе – Аҡкүҙ ауылында йәшәүсе, дүрт балаға ғүмер биргән Розалия һәм Ринат Ибраһимовтар.
Ғаилә башлығы ошо төбәктә тыуып-үҫеп, Үрге Йәркәйҙәге 86-сы һөнәри училищела водитель һөнәрен үҙләштерә. Уҡыуын тамамлағас, хеҙмәт юлын «Сөн» кооперативында шофер булып башлай. Ул яҙлы-көҙлө машинаһынан төшмәй, һәр мөһим кампанияла әүҙем ҡатнаша. Хужалыҡ таралғас, ул Себер яҡтарына сығып китеп, машинист-бульдозер булып эшкә урынлаша һәм бында бөгөнгә ҡәҙәр намыҫлы тир түгә.
Тормош иптәше, ауылдашы Розалиә ишле ғаиләлә тәрбиәләнеп, башта Үрге Йәркәйҙәге 86-сы һөнәри училищеһында бухгалтер белгеслеге буйынса белем ала, артабан Дүртөйлө ҡалаһында сәс ҡырҡыусы һөнәре буйынса курстар үтә. Үрге Йәркәйҙәге «Ларида» бөҙрәханаһында сәс ҡырҡыусы булып эшләй. Әлеге ваҡытта улы Ризат менән декрет ялында.
Ибраһимовтар 20 йылдан артыҡ татыу ғүмер кисерә. Улдары Азамат армия сафтарында хеҙмәт итә. Айҙат менән Ландыш Аҡкүҙ урта мәктәбенең 10 һәм 5 кластарында белем ала. Бәләкәстәре Ризат өс айлыҡ ҡына әле.
Читайте нас: