Башҡортостандың төп байрамын билдәләгәндән һуң күп тә үтмәне, Иҫке Ғүмәр ауылында йәшәүсе Ғәниевтар ғаиләһендә тағын
бер шатлыҡлы ваҡиға булды. Булат Ғәниевҡа дөйөм майҙаны 41,2 квадрат метрлы фатир асҡысы тапшырылды.
– Ағымдағы йылда беҙҙең район бюджетына беренсе тапҡыр инвалидты торлак менән тәьмин итеү өсөн 950600 мең һум субвенция күсерелде. Ул 2005 йылдың 1 ғинуарынан һуң торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәпкә баҫҡан һәм хроник сирҙең ауыр формаһынан интеккән инвалидтарҙы социаль килешеү буйынса фатир менән тәьмин итеүгә тәғәйенләнә, – тине асҡыс тапшырыу тантанаһында муниципаль район хакимиәтенең социаль-торлаҡ программаларын һәм ер мәсьәләләрен ғәмәлгә ашырыу буйынса баш белгесе Ләйсән Нәширбанова.
– Етем һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларҙы, шулай уҡ инвалидтарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм район хакимимәтенең өҫтөнлөклө эшсәнлек йүнәлештәренән һанала. Шуға ла һеҙгә фатир асҡысы тапшырыуға беҙ ҙә һөйөнәбеҙ. Ауырымағыҙ, оҙаҡ йәшәгеҙ, – тине район хакимиәте башлығы Руслан Ғизәтуллин осрашыуҙы йомғаҡлап.
Ғаиләләренә күрһәткән ярҙам өсөн рәхмәт белдергәндә Булаттың әсәһе күҙ йәштәрен тыя алманы.
– Улым менән күп ауырлыҡтар аша үттек. Бөгөн улар артта тороп ҡалған кеүек тойола. Ерҙә беҙҙән дә бәхетлерәк кеше юҡтыр төҫлө. Барсағыҙға ихлас рәхмәт, – тине ул.