САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Ноябрь 2019, 12:42

Донъя чемпионкаһы менән осрашыу

Күптән түгел Ҡалмашбаш ауылында иҫтәлекле осрашыу үтте. Тыуған ауылына, яҡташтар менән осрашып күрешеү өсөн Саҡмағош данын Рәсәйҙә генә түгел, хәҙер инде сит илдәрҙә лә яңғыратҡан райондашыбыҙ, велоспорт буйынса Донъя чемпионкаһы Айгөл Гәрәева ҡайтты. Осрашыуҙа шулай уҡ район хәкимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, яуаплылығы сикләнгән “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһы” йәмғиәте генераль директоры В.В.Соколов, Айгөлдөң беренсе тренеры, районыбыҙҙа бик күп малайҙарҙы-ҡыҙҙарҙы велосипед спортына һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырған Р.Н.Баянов, яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республика Велоспорт федерацияһы рәйесе Р.Н.Латипов, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе вәкилдәре, уҡыусылар һәм әлбиттә инде, Айгөлдөң яҡындары, туғандары, ауыл халҡы ҡатнашты.Осрашыу бик йылы шарттарҙа үтте, күңелдәрҙә ҡалырлыҡ истәлекле һәм йәш быуын өсөн бик тә фәһемле булды.

Донъя спортының шундай юғары үрҙәрен ошо йәшендә үк буйһондора алған арҙаҡлы яҡташыбыҙға артабан да еңеүҙәр генә юлдаш булыуын теләйбеҙ!


Мәғлүмәттәр һәм фотолар район хәкимиәте сайтынан алынды.
Читайте нас: