САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Ноябрь 2019, 12:22

“Республикама дан йырлайым!”

“Республикама дан йырлайым!” конкурсы быйыл Башҡортостан Республикаһы Көнөнә, Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының төҙөлөүенә 100 йыл тулыуға һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды. Иншалар конкурсы тәүҙә мәктәп, район этаптарында уҙғарылды. Бәйгелә районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренән 61 уҡыусы башҡорт, татар, рус телдәрендә бай йөкмәткеле иншалар яҙҙы. Улар был бәйгелә үҙебеҙҙең гүзәл тыуған илебеҙгә, уның күркәм тәбиғәтенә дан йырланы, бөйөк халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бай ижадына ғашиҡ булыуҙарын асты һәм тормошобоҙҙоң театр сәнғәте менән тығыҙ бәйләнеүен һүрәтләне.

Оҙаҡ та көттөрмәй, “Республикама дан йырлайым!” иншалар конкурсының республика этабы һөҙөмтәләре килеп етте. Башҡортостандың төрлө райондарынан барлығы 680 уҡыусы иншаларын башҡорт, рус, татар, сыуаш, удмурт, украин, әрмән һәм башҡа телдәрҙә яҙған. Башҡортса һәм татарса иншалар араһында призлы урында яулаусылар араһында районыбыҙ уҡыусыларының да булыуы айырыуса шатлыҡлы. Саҡмағош 1-се урта мәктәбенең 4-се в класы уҡыусыһы Ян Ильясов (етәксеһе Исламғәлиева Р.Р.) “Театр – тылсымлы ил” номинацияһында II урынға лайыҡ булды. Ошо уҡ мәктәптең 8-се а класы уҡыусыһы Элиза Арыҫланова (етәксеһе Вяселева Л.Ғ.) “Ун йылдан һуң республиканы мин нисек күрәм” номинацияһында II урын яуланы. Афарин!

Ҡатнашыусыларҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә ҙур ижади уңыштар теләйбеҙ.
Рәмзилә Исламғәлиева,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: