САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Ноябрь 2019, 18:18

Маҡтауға лайыҡлы Мәҙинә

Районыбыҙҙа үҙ һөнәренә бирелгән, уны күңелен һәм йөрәген биреп башҡарған кешеләр байтаҡ. Ундайҙар һөнәри оҫталыҡтары менән генә түгел, ә юғары әхлаҡ, яуаплылыҡ, мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек сифаттарына эйә булыуҙары менән айырылып тора. Шундайҙарҙың береһе – Ҡыпсаҡ ауылында йәшәүсе фельдшер Мәҙинә Камалетдинова.
Мәҙинә Ташкисеү ауылында Тайфа һәм Ғарифулла Ғибәҙуллиндар ғаиләһендә тыуып-үҫә. Ул бәләкәйҙән табиб булырға хыяллана. Мәктәптән һуң Бөрө медицина училищеһына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. 1980 йылда Ҡыпсаҡ фельдшер-акушерлыҡ пунктында хеҙмәт юлын башлай һәм бөгөнгәсә ауыл халҡы сәләмәтлеге һағында уяу тора.
Читайте нас: