САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Ноябрь 2019, 12:24

Аҡса эшләү юлдарын беләһегеҙме?

XXI быуатта финанс яҡтан белемле булыу – тормош талабы. Ул бөгөн уҡый һәм һанай белеүгә тиң. Ошо йәһәттән Саҡмағош 1-се урта мәктәбенең Финанс ҡаласығында “Аҡса эшләү юлдары” тигән эшлекле уйын үткәрелде. Был уйынды 8-11-се класс уҡыусылары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзилә Исламғәлиева бик ҡыҙыҡлы итеп ойошторҙо. Балаларҙың финанс грамоталылығын үҫтереүгә, бөгөнгө көндә үҫмерҙәргә кеҫә аҡсаһын нисек эшләп алыуға арналған уйын ҡатнашыусыларға бик оҡшаны. Финанс ҡаласыҡта төрлө һөнәр эйәләрен йыйған алты туҡталыш эшләне. Мәҫәлән: “Тәржемәсе”, “Курьер”, “Текст йыйыусы”, “Журналист”, “Әйбер төрөүсе”, “Реклама таратыусы”. Ҡатнашыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән туҡталыштағы эштәрҙе башҡарҙы һәм бер нисә станцияла эшләп өлгөрөргә тырышты. Улар араһында 9-сы б кл. (етәксеһе Мофаззалова Г.Ф.), 10-сы а кл. (Хәбибуллина Д.Р.), 11-се а кл. (Шәйхетдинов И.А.) уҡыусылары бик әүҙем булды.

Һәр туҡталышты финанс консультанты етәкләне. Улар клиенттарҙың эш сифатын тикшерҙе һәм төп ойоштороусыға фото отчеттарын тапшырҙы. Бөтәһе лә эшен еренә еткереп башҡарғас, эш хаҡтарын алды. Бар ҡатнашыусылар ҙа тылсымлы финанс ҡаласығынан ҙур ҡәнәғәтлек менән таралды, киләсәктә тағы ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Бөгөнгө эшлекле уйын уҡыусыларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләне, уларҙы кеҫә аҡсаһын эшләргә саҡырҙы, финанс яҡтан грамоталылығын арттырҙы. Эшлекле уйында ҡатнашыусыларға һәм ойоштороусыларға, мәктәп администрацияһына ҙур рәхмәт!


Рәмзилә Исламғәлиева,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: