“Рәсәй балалары-2019” профилактика акцияһы сиктәрендә Аблай ауыл китапханаһында мәктәп китапханаһы менән берлектә үҫмерҙәр өсөн "Алкогольһеҙ шатлан, наркотиктарһыҙ хыялдарыңды тормошҡа ашыр" тип исемләнгән әңғәмә сәғәте үткәрелде. Ул йәшүҫмерҙәр араһында наркотиктар ҡулланыуға ҡаршы профилактика эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсаты менән ойошторолдо. Китапханала “Беҙ тормошто һайлайбыҙ” һәм “Сәскә кеүек матур сағың, тәмәке ниңә тағын?” тип исемләнгән күргәҙмәләр һәм “Сәләмәт тормош рәүешенә – әйе, әйе, әйе!” стенды эшләнде. Стендҡа уҡыусыларҙың рәсемдәре урынлаштырылды.
Йәштәрҙе наркотик һәм психотроп мәтдәләрнең үлемесле зарарынан һаҡлап ҡалыуға, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән был сараны мәктәп китапханасыһы А.Р.Сәфәрова үткәрҙе, авыл китапханасыһы Р.Т.Арыҫланова күргәҙмәгә байҡау яһаны. Сара барышында 7-се синыф уҡыусылары “Атай менән һөйләшеү” тип исемләнгән күренеште сәхнәләштерҙеләр. Сара ахырында үҫмерҙәргә буклеттар таратылды.