Районда ярты быуаттан артыҡ инде автотранспорт предприятиеһы эшләй. Үҙ дәүерендә ул бер нисә тапҡыр исемен алыштырҙы, тик функцияларын үҙгәртмәне.Төп эшсәнлеге – Дүртөйлө ҡалаһы һәм районында, шулай уҡ Илеш һәм Саҡмағош райондарында пассажирҙар йөрөтөү.
Автотранспорт предприятиеһында 205 кеше эшләй, –тип аңлатма бирә директорҙың йөк ташыуҙар буйынса урынбаҫары Гөлнара Хажиева. – Кешеләр – беҙҙең предприятиеның ғорурлығы. Бында ысын профессионалдар эшләй.
Коллектив пассажирҙарҙы аварияларһыҙ йөрөтөүҙе тәьмин итеү буйынса ҡуйылған бурыстарын намыҫлы үтәй. Йәштәргә өлгө алырлыҡ хеҙмәткәрҙәр етерлек. Ветерандар – бында утыҙ йылдан да артыҡ эшләсе водителдәр Айрат Дәүләтов, Борис Дәүләтов, Мөҙәрис Мөхәмәтдинов, Рәфәит Гәрәев, Вадик Хафизов, автомобилдәрҙе һәм агрегаттарғы ремонтлау буйынса слесарь Дамир Нуретдинов, производство начальнигы Вәғиз Мостафин, склад мөдире Нәзилә Ғабдуллина һәр ваҡыт һүҙҙәре менән дә, эштәре менән дә ярҙам итә. Кондукторҙар Фәнисә Әсмәндиәрова, Дилара Хажиева, Рәмилә Ҡотошовалар ҙа предприятиела егерме йылдан артыҡ эшләй һәм үҙ һөнәренә бирелгән кешеләр.
Склад мөдире Нәзилә Ғабдуллина.
«Ҡазан - Өфө» төнгө рейсынан ҡайтҡан водителдәр Борис Дәүләтов һәм Данил Бәширов.