САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Ноябрь 2019, 14:11

Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәбе – Саҡмағошта!

25-28 октябрь көндәрендә Санкт-Петербург ҡалаһында "Киләсәк мәктәбе. Рәсәйҙә заманса мәктәп үҫешенең проблемалары һәм перспективалары” тип исемләнгән III Дөйөмрәсәй форумы үтте. Унда Саҡмағош гимназияһы директорының белем һәм тәрбиә биреү эшсәнлеге буйынса урынбаҫары Айгөл Әнүәр ҡыҙы Әхмәтәйнова ҡатнашты.

Был сарала “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе”, “Рәсәйҙең балаларға өҫтәмә белем биреүсе иң яҡшы 100 ойошмаһы” федераль конкурстарына һөҙөмтәләр яһалды.

Саҡмағош гимназияһы “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе” конкурсының “Иң яҡшы гимназия-2019” номинацияһында лауреат исемен яуланы һәм алтын миҙал менән бүләкләнде.

Гимназия директоры Ратмир Фаот улы Камилйәнов “Йыл директоры–2019” билдәһенә лайыҡ булды.

Саҡмағош гимназияһы етәкселеген һәм коллективын лайыҡлы бүләге менән ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: