САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Ноябрь 2019, 14:54

Мәскәүҙә лә сығыш яһаясаҡтар

Уҙған аҙнала Өфөлә «Поколение.Ru» III Халыҡ-ара фестиваль-конкурсы үтте. Балалар филармонияһында ойошторолған был бәйгелә сәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау һәм уларҙың сәләтен үҫтереү, таланттарға ярҙам итеү, конкурста ҡатнашыусыларҙы халыҡ-ара хеҙмәттәшлек программаларына йәлеп итеү һәм ижади бәйләнештәр булдырыу маҡсаты менән үткәрелгән был сарала республиканың һәм Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән, шулай уҡ яҡын сит илдәрҙән дә балалар ҡатнашты. Конкурсанттар хореография, вокал, театр һәм цирк оҫталығы, инструменталь оҫталыҡ һәм модалар театры номинацияларында көс һынашты.

Бу мәртәбәле сарала Саҡмағош Балалар ижад үҙәгендәге берләшмәләрҙә шөғөлләнеүсе йәш райондаштарыбыҙ ҙа ҡатнашып, ғорурланырлыҡ уңыштарға ирештеләр.

Мода һәм стиль студияһында Луиза Федрат ҡыҙы Мифтахова етәкселегендә шөғөлләнгән уҡыусылар “Ағиҙелдең кристалл төҫө” коллекцияһы менән “Модалар театры” номинацияһында еңеүсе булды һәм I дәрәжә лауреат исемен яуланылар.

Ижад үҙәгенең “Златушка” барабансылар ансамбле сығышы ла юғары баһаланды. Улар “Инструменталь башҡарыу оҫталығы” номинацияһында еңеү яулап, шулай уҡ I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булдылар.

Еңеүсе ике коллективҡа ла ил күләмендәге конкурсҡа саҡырыуҙар тапшырылды. Уларҙы киләһе йылдың март айында ил башҡалаһында үтәсәк “Мәскәү ваҡыты” Халыҡ-ара конкурс-фестивалендә көтәләр.


Читайте нас: