САРМАНАЙ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Ноябрь 2019, 16:55

Икмәк үҫтереүсегә дан!

Һуңғы йылдарҙа йәйҙең көйһөҙ көндәренә шул ҡәҙәр күнектек, хатта урып-йыйыу осорон әленән-әле килеп яуған ямғырҙарҙан башҡа күҙ алдына ла килтермәйбеҙ кеүек. Шулай булһа ла, аяз көндөң һәр сәғәтен файҙаланып, ауыл эшсәндәре быйыл да урып-йыйыуҙы уңышлы башҡарып сыҡты. Уңыш та һөйөндөрә.
Ураҡ эштәренә йомғаҡ яһап, уңыш байрамында “Шишмә” тоҡомсолоҡ заводы директоры Фирҙәүис Кәбиров, гектар көсө 26 центнерға яҡын булды, тип билдәләне.
Уңыш тулыһынса һәм юғалтыуҙарһыҙ йыйып алынды, көҙгө баҫыу эштәре ғәмәлдә тамамланды, малдар ҡышҡы шарттарҙа аҫрауға күсерелде. Был еңел булмаған эштәрҙе, һис шикһеҙ, башҡа бер кем дә түгел, бәлки, хужалыҡтың һәр хезмәткәренең һөйәлле ҡулдары башҡарған.
Бөртөклөләрҙең дөйөм йыйымы 30680 центнер тәшкил итә. Арыш һәр гектарҙан уртаса 20 центнер, бойҙай – 19, арпа – 43, һоло – 38, борсаҡ 23 центнер уңыш биргән. Орлоҡ фонды репродукцияларын яңырту маҡсатында борсаҡтың “Аксайский усатый” элиталы сортын һатып алғандар, уны беренсе бригада баҫыуҙарында үҫтергәндәр.Һөҙөмтәләре ҡәнәғәтләнерлек булған. Һәм, ғөмүмән, бөтә эштәр юғары ойоштороулы дәрәжәлә барған. Сүп үләндәренә ҡаршы көрәш буйынса планлаштырылған бөтә саралар ҙа үткәрелгән. 670 гектарҙа баҫыу культуралары өҫтәлмә туҡландырылған. Ауыруҙарға һәм ҡороткостарға ҡаршы көрәш алып барылған.
Малдарҙы ҡышлатыу осорона 48350 центнер сифатлы сенаж һәм 2930 центнер бесән хәҙерләнгән. Кукурузды силосҡа һалыу ойошҡан төҫтә барған, быйыл уны 300 гектарҙа тергәндәр.
Техника паркын яңыртыу буйынса ҙур эш башҡарылган: яңы "МТЗ–1221" тракторы , "ДОН–680" комбайны, дискалау тырмаһы, пресс-йыйғыс, “Омичка” сәсеү агрегаты һ.б. һатып алғандар.
Бик күп алдынғылар исемләп телгә алынды. Барыһын да һанап сығырлыҡ та түгел. Тармаҡ буйынса төркөмләп сәхнәгә саҡырып, Фирҙәүәс Мөхәмәтнур улы тоҡомсолоҡ заводының һәр эшсәненә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Күптәргә премиялар, грамоталар һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Фотола: Роберт Ғәниев, “Шишмә” тоҡомсолоҡ заводы механизаторы.
Читайте нас: