Әлеге балалар баҡсаһында йәш юл инспекторҙары отряды эшләп килә. Бында улар юлда йөрөү ҡағиҙәләре менән таныша, уларҙы тайпылышһыҙ үтәргә кәрәклеген төшөнә. “Юл йөрөү ҡағиҙәләрен ихтирам ит” девизы менән отряд ағзалары Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡанундарын иҫкәртер өсөн үтеп барыусы шоферҙарҙы туҡтатып, үҙҙәре әҙерләгән белешмәләрҙе таратты. Балалар автомашина йөрөтөүселәрҙән юл хәрәкәте ҡанундарын үтәүҙәрен һораны, ә ЮХИДИ хеҙмәткәре юлда иғтибарлы, тәртипле булыу һәм бер-берһен ихтирам итеү кәрәклеге тураһында иҫтәренә төшөрҙө.
Акция ваҡытында ғына түгел, һәр кем көн һайын юл йөрөү ҡағиҙәләрен ихтирам итер һәм уларҙы үтәр, тип ышанғы килә.