САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Ноябрь 2019, 14:17

Өҫтөнлөклө мәсьәлә билдәләнде

Әхмәт ауыл биләмәһенең Кувыков клубында халыҡ йыйыны үтте. Көн тәртибенә урындағы башланғыстарҙы яҡлау буйынса республика программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе сығарылды. Ауыл биләмәһе башлығы Зилә Ялаева әлеге программа ярҙамында ауыл халҡын борсоған айырыуса ҡыпҡыу проблемаларҙы хәл итеү мөмкин булыуын билдәләне. Йыйылыусыларға беренсе сиратта хәл итеүҙе көткән мәсьәләне бергәләшеп бтлдәләргә һәм уның өсөн тауыш бирергә тәҡдим ителде. – Ауыл биләмәһендә янғын сығыу осраҡтары йышайҙы. Бәлә көтмәгәндә килә. Ундай саҡта ҡайҙа барырға, нимә эшләргә аптырап ҡалаһың. Район үҙәге яҡын түгел. Янғын һүндереү өсөн махсус мобиль техникабыҙ булғанда утты көсәйеп киткәнсе һүндерә алыр инек. Шуға күрә бындай комплекска эйә булыу бик тә урынлы, тип уйлайым. Бәлки шуның өсөн тауыш бирерһегеҙ, – тине ауыл хакимиәте башлығы. Сығыш яһаусылар юлдарҙы ремонтлау, урамдарҙы яҡтыртыу тураһында һәм башҡа мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Дөйөм тауыш биреү юлы менән урындағы башланғыстарҙы яҡлау буйынса республика программаһында мобиль янғын һүндереү комплексы һатып алыу ниәте менән ҡатнашырға булдылар. Зилә Ялаева программала ҡатнашыу өсөн мөһим мәсьәлә һайлап алыу положениеһы менән таныштырҙы. Биш кешенән башлап йөрөүселәр төркөмө ойошторолдо. Ул тейешле документтарҙы әҙерләү, аңлатыу эше алып барыу менән шөғөлләнәсәк. Был көндө ауыл халҡы ҙур ҡәнәғәтлек менән һәүәҫкәр артистар әҙерләгән концерт ҡараны. Ул барыһының да күңеленә хуш килде. Кувыков ауыл клубы «Йырлаусы ауыл» республика смотр-конкурсының район этабын башлап ебәрҙе.

Читайте нас: