САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Ноябрь 2019, 13:37

Йәмғиәт хәүефһеҙлеге һағында

10 ноябрҙә Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Йәмғиәт хәүефһеҙлеген, тыныс йәшәйешен тәьмин итеүҙә тап бына эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре иң мөһим урындарҙың береһен тота. Йәмғиәттәге тыныслыҡ, беренсе сиратта, уларҙың эшсәнлеге менән бәйле.

Хоҡүҡ һаҡсыларының һөнәри байрамы уңайынан был көндө район мәҙәниәт йортонда тантаналы сара уҙғарылды. Именлек һағында тороусы полиция хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарҙы Саҡмағош муниципаль районы хәкимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев һәм район эске эштәр бүлеге начальнигы Н.Р.Казаев ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, еңел булмаған һәм үтә лә яуаплы хеҙмәттәрендә уңыштар теләнеләр. Хеҙмәт бурыстарын үтәгәндәге батырлыҡ, ныҡлылыҡ һәм яуаплылыҡ өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә ведомство бүләктәре, Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамоталары тапшырылды. Район үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары әҙерләгән байрам концерты был һөнәр эйәләренә матур бүләк булды.

Фотолар муниципаль район хәкимиәте һәм район мәҙәниәт йорто сайтынан.
Читайте нас: