САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Ноябрь 2019, 18:03

Һөҙөмтәле эшсәнлек лайыҡлы баһаланды

Рәсәй Президенты Хәкимиәте илдең эске сәйсәте өлкәһендә вице-губернаторҙарҙың һөҙөмтәле эшсәнлеге күрһәткестәре буйынса иң алдынгы төбәктәрҙе билдәләне.

Был рейтингта Башҡортостан — лидер төбәктәр исемлегендә. Рейтингты төҙөгәндә унда йәшәүселәрҙең ил Президентына һәм төбәк Башлығына ышаныс күрһәтеү кимәле лә, шулай уҡ үткән һайлауҙар һөҙөмтәләре лә иҫәпкә алынды.

Рәсәй Президенты Хәкимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары С.Кириенко республика Башлығы Радий Хабиров бойомға ашырған “Инцидент” системаһын юғары баһаланы. Ул – власть органдары иғтибарын тиҙ арала граждандарҙы борсоған проблемаларға йәлеп итеп, уларҙы хәл итеүҙе мониторинглаусы автоматик система. “Инцидент” 2018 йылдың көҙөндә эшләй башланы һәм тиҙ арала һөҙөмтәле булыуын ғәмәлдә дәлилләне.
Р.Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: