Уҙған аҙнала крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының 2019 йылғы эсәнлектәренә йомғаҡ яһау, 2020 йылға бурыстар билдәләү маҡсатында хисап йыйылышы уҙҙы. Унда район ауыл хужалығы идаралығы начальниғы Илдар Нәбиев, «Мәғлүмәти-консультация үҙәге» МБУ директоры Рифғәт Ҡаҙырғолов, белгестәр, крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселәре ҡатнашты. Йыйылыштың практик өлөшө Лаяшты ауылында урынлашҡан М.Шәймөхәммәтов крәҫтиән-фермер хужалығы менән танышыуҙан башланды.