Горький ауыл биләмәһенең Ғүмәр ауылында йәшәүсе Тимерхан Насиров туҡһан йәше тулған иртәне балалары, туғандары һәм яҡындарының ҡотлауҙарын ҡабул итеүҙән башланы.
Уны оло ғүмер байрамы менән тәбрикләргә район ветерандар советы рәисе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Венер Ғәлимов, Горький ауыл биләмәһе башлығы Дамир Шәрәфиев килде. Улар юбилярға РФ Президенты В. Путин һәм район башлығы Р. Ғиззәтуллин исеменән Ҡотлау хаттары һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙылар.
Яҙмам геройы Ғүмәр ауылында йәшәүсе Дания һәм Ғилемхан Насировтарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға ауаз һала. Бала сағы һәм үҫмер йылдары дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килә. Йәштәштәре кеүек үк, ул иртә колхозда эшләй башлай, шул осорҙоң барлыҡ михнәт-әсеһен башынан үткәрә. Физик эштән бер ҡасанда ҡурҡмаған малай өлкәндәр менән иңгә-иң терәшеп хеҙмәт һала. Ер һөрөргә, сәсергә, урман йығырға, мал ҡарауға ла көсөн ҡыҙғанмай ул.
Һуғыштан һуң, уны Өфөләге ФЗУ мәктәбенә ебәрәләр. Уны тамамлағас, Тимерхан тыуған ауылына ҡайта, бераҙҙан армия хеҙмәтенә алына.
1954 йылда ул сибәр ауылдашы Хәлимәгә өйләнә. Ә быйыл Насировтар тимер туйҙарын – 65 йыл бергә ғүмер кисереүҙәрен билдәләнеләр. Ярты һүҙҙән аңлап тороусы тормош иптәше уның өсөн ныҡлы терәк була. Улар ете балаға – улдары Нурихан, Нурислам, Хәлил, Ғилемдар, Камил, ҡыҙҙары Вәсимә һәм Рәсимәгә ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр. Балаларының һәр береһе йәмғиәткә файҙалы кешеләр булып етешә.
Тимерхан ағай туҡһан йәшендә лә балалары һәм ейәндәре өсөн аҡыллы кәңәшсе булып ҡала.
–Атайыбыҙҙыћ ҡулдары алтын. Хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда балта оҫтаһы, төҙөүсе булып эшләне. Ауылдаштарына ла йорттар күтәрергә ярҙам итте, – тиҙәр уның хаҡында балалары.
Ғаиләһе өсөн дә йортто үҙе һала. Йортта һәр ваҡыт мөхәббәт, үҙ-ара аңлашыу хөкөмһөрә. Тормош иптәше менән икеһенећ хеҙмәт стажы йөҙ йылға тула.
Тимерхан Насыров ихтирамға лайыҡ оҙон ғүмер юлы үткән. Уны ауылда олоһо ла, кесеһе лә ихтирам итә.
Ял һәм байрам көндәрендә ата нигеҙендә барлыҡ балалары һәм ейәндәре йыйыла. Улар ата-әсәләренә йорт эштәрендә ярҙам итәләр, шатлыҡ-ҡыуаныстары, уңыштары менән бүлешәләр.
Бәхетле ата-әсә, ҡартатай-ҡартәсәй һәр осрашыуҙы көтөп алалар. Бындай осрашыуҙар алда ла күп йылдар булһын әле!