САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Ноябрь 2019, 18:27

Фестиваль эстафетаһын ҡабул итеп

Билдәле булыуынса, быйыл Башҡортостанда республиканың 100 йыллыҡ юбилейы киң билдәләнде. Төбәк башҡалаһында, ҡала-райондарҙа был истәлекле датаға арнап бихисап саралар үткәрелде. Республика Башлығы Грантына иң ҙур сара – “Башҡортостан тарихы биттәре” фестиваль-марафоны Өфөлә ойошторолдо. Бернисә ай дауам иткән сара хәҙер инде ахырына яҡынлашып килә. Унда республиканың бөтә муниципалитеттары ҡатнаша.

Уҙған аҙна ахырында фестиваль эстафетаһын беҙҙең Саҡмағош районы ҡабул итте. Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында муниципаль берәмектәр вәкилдәре, ветерандар, спортсылар, ижади коллективтар, мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары, муниципаль райондың бөтә тармаҡ вәкилдәре ҡаҙаныштары менән уртаҡлаштылар. Фестиваль-марафонда яҡташыбыҙ – Өфө ҡала округы мэры Өлфәт Мансур улы Мостафиндың да ҡатнашыуы сараға бәҫ-мәртәбә өҫтәне.

Районыбыҙ Башҡортостан тарихынан айырылғыһыҙ үткәндәре менән данлы. Бәрәкәтле, икмәкле төбәгебеҙ тәбиғәтенең гүзәллеге менән генә арбап ҡалмай, ул әле бында йәшәүсе уңғандарҙың юғары ҡаҙаныштары менән дә тирә-яҡта билдәле.

Саҡмағош районы тиҫтә йылдар дауамында Башҡортостанда гектар ҡеүәте һәм ашлыҡтың тулай йыйымы буйынса алыштырғыһыҙ лидер исемен яулап килә. Озаҡ йылдар дауамында ул Башҡортостандың иң тотороҡло иҡтисадлы һәм уңышлы эшләүсе муниципалитеттарҙың береһе булып танылыуын дауам итә.

Республика етәкселегенең ярҙамы менән районда мөһим социаль проекттар бойомға ашырыла. Күптән түгел “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” республика программаһы сиктәрендә Йомаш ауылында балалар баҡсаһы асылды. Әлеге көндә район үҙәгендә ғаилә ялы паркы төҙөлә.

Саҡмағоштар филармония сәхнәһендә бәйге тотҡан көндә районыбыҙҙа туып-үҫкән танылған артистар Рамил Хажиев, Зөлфиә һәм Йәүит Шакировтар, Радик Миңнебаев, Рөстәм Ғүмәров, Айгөл Ғабдуллина, Айнур Баянов, Илсур Имаев сығыш яһаны.

Саҡмағош районы Башҡортостанда мәҙәниәт, фән, мәғәриф, халыҡ ижады үҫешенә ҙур өлөш индерә. Әлеге көндә районда халыҡ исемен йөрөткән 12 үҙешмәкәр сәнғәт ансамбле эшләй, уларҙың береһе – өлгөлө коллектив исеменә лайыҡ. Район мәҙәниәт йорто һәм ауылдарҙағы мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре, “Асылйәр” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Сеспел” сыуаш халык вокаль ансамбле, “Березка” рус халыҡ вокаль ансамбле, “Сулпан йондоҙ” ҡатын-ҡыҙҙар һәм “Ядҡәр” ир-егеттәр вокаль ансамблдәре, район мәҙәниәт йортоноң “Иҙел” халыҡ инструменттары халыҡ фольклор ансамбле, шулай уҡ Балалар сәнғәт мәктәбе, Саҡмағош гимназияһының балалар бейеү коллективтары фестиваль-марафонды йәмләп, сәхнәлә ҙур байрам атмосфераһын тыуҙырҙылар. Тамашаның сценарийы район тарихын бөтә тулылығында сағылдырҙы, йылъяҙма халыҡсан йырҙар һәм бейеүҙәр аша сәхнәләштерелеп күрһәтелде.

Был көндө филармония фойеһында туған яғыбыҙҙың социаль-иҡтисади ҡаҙаныштарын һәм Саҡмағош яғының бәрәкәтле төбәгендә тыуып үҫкән яҡташтарыбыҙҙың ҡаҙаныштарын данлаусы күргәҙмә-ярминкә лә ойошторолдо.

Сара ахырында муниципаль район хәкимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев муниципаль берәмектәрҙең “Башҡортостан тарихы биттәре” республика фестиваль-марафоны штандартын Шаран районы етәксеһенә тапшырҙы.

Муниципаль район хәкимиәте сайты мәғлүмәттәре буйынса Р. Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: