САРМАНАЙ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Ноябрь 2019, 12:09

«Сәләмәтлек поезы»

Башҡортостанда апрелдә «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы старт алды. Әлеге сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса үткәрелә.
Ошо көндәрҙә беҙҙең районға ла күсмә медицина комплексы килде. «Тәгәрмәсле даухана» бер нисә көн эшләргә өлгөрҙө лә инде.
Тәжрибәле белгесләр диагностика аппараттары менән йыһазландырылған күсмә модулдәрҙә ике көн Шәрип ауылы халҡын ҡабул итте. Пациенттарҙы ауыл амбулаторияһы йәнәшәһендә урынлашҡан дүрт автобуста хеҙмәтләндерҙеләр. Бында хатта оҙон сираттар оҙаҡ һаҡланды.
– Элек район үҙәгенә йәки Өфө клиникаларына йөрөй инек. Бөгөн йыраҡҡа китмәй генә табиптарға күренергә мөмкинлек тыуҙы. Бындай сәләмәтлек поезы килеү ысын ваҡиғаға әүрелде, – ти ауыл кешеләре.
Заманса медицина техникаһы менән ҡоралланған был дүрт машинала ЭХО-КГ, флюрография, УЗИ тикшеренеуҙәре үтергә, ҡан анализы яһатырға, шәкәр һәм холестерин күләмен тикшертергә мөмкин. Иң мөһиме – барыһы ла медицина полисы буйынса бушлай.
Амбулатория эсендә лә халыҡ күп. Бында район дауаханаһы табиптары – терапевт, невролог, хирург-онколог һәм дерматолог ҡабул итте.
Бындай ҡабул итеүҙәр халыҡҡа бик кәрәк. Табиптар ауырыуҙарҙы асыҡлап ҡына ҡалмай, ә һәр теләүсегә консультация ла бирә.
Мобиль медицина комплексы Ҡарасайылға һәм Иҫке Туҡмаҡлыла ла туҡталыш яһаясаҡ.

Читайте нас: