САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Ноябрь 2019, 12:03

Мәүлид кисәһе уҙҙы

Мәүлид айына бағышлап йыл һайын районыбыҙҙың барлыҡ мәсеттәрендә һәм мәхәлләләрендә ҙур саралар үткәрелә. Быйыл да ошо күркәм йола дауам итеп, әлеге байрам Илеш районының Үрге Йәркәйҙәге «Тәүбә» мәсетендә үтте.
Сараны Илеш районының имам-ахунды урынбаҫары, хәҙрәт Ғәлимйән Мохтаров асып, изге теләктәрен еткерҙе. Имам-хатиб Артур Ғабдуллин Ҡоръән уҡып, был кисәнең нисек барлыҡҡа килеүе, уның әһәмиәте тураһында һөйләне.
Тәбрикләү һүҙҙәренә «Тәүбә» мәсетенең уҡытыу эштәрен ойоштороу буйынса етәксеһе Зәмзәмиә Ҡазиханова ҡушылып, ихлас теләктәрен юлланы.
Артабан «Тәүбә» мәсетендә дини дәрестәргә йөрөүсе уҡыусылар мөнәжәт әйтте, Дөмәй абыстайҙары сәхабә (Пәйғәмбәрғә яҡын кешеләр) тураһында сығыш яһаны.
Саранан һуң мәсеткә килгән һәр кеше сәй табынында һыйланды.
Читайте нас: