САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Ноябрь 2019, 13:50

Фронтовикта ҡунаҡта

Көмөш волонтерҙар Үгеҙ ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әсәҙулла Ризван Ризвановта ҡунаҡта булды.
Һуғыш миллиондарса совет кешеләренең ғүмерен өҙҙө. Һәр ғаиләлә тиерлек был дәһшәтле йылдар тураһында быуындан-быуынға тапшырылып килеүсе хәтирәләр йәшәй. Беҙ күп милләтле илебеҙ халҡының сикһеҙ ҡаһарманлығын оноторға тейеш түгелбеҙ.
Волонтерҙар Әсәҙулла бабайҙың һуғышсан юлы тураһында һөйләүен тын да алмай тыңланылар. Ул 1922 йылда ошо ауылда тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1942 йылдың февралендә Ленинград фронтына оҙатыла. Ҡыйыу яҡташыбыҙға ҡаты һыуыҡтарҙы, аслыҡты, полкташ дуҫтарын юғалтыуҙы кисерергә тура килә. Еңеү көнөн Чехославакияла Прага ҡалаһында ҡаршылай.
Фронтовик орден-миҙалдарға лайыҡ була, тыуған яғына 1946 йылдың декабрендә генә әйләнеп ҡайта.
Район ветерандар советы рәисе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Венер Ғәлимов Әсәҙулла Ризван улына иҫтәлекле билдә һәм «Еңеү тарихы» акцияһы сиктәрендә төшөрөлгән фильм яҙылған флешка тапшырҙы.
Хужа шат күңелле, аралашыусан кеше булып сыҡты. Үҙенең тормош рәүеше, киләсәккә ышанысы һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ егәрлелеге менән ул йәштәргә үрнәк булып тора.
Осрашыу аҙағында Әсәҙулла бабай күрһәткән иғтибарҙары һәм йылы аралашыу өсөн ҡунаҡтарға рәхмәт белдерҙе.

Читайте нас: