Ноябрь башында беҙҙең районда күңелле ваҡиға булды – район мәҙәниәт йортонда кинозалы асылды. Хәҙерге кинозал – ул универсаль мәғлүмәти һәм мәҙәни үҙәк, дуҫтар менән осрашыу, ял итеү урыны. Бында донъя прокатындағы яңы фильмдар күрһәтеләсәк.
Ул күп каналлы тауыш системаһы, киң экран менән йыһазландырылған, был фильмдарҙы 3D форматта ҡарау мөмкинлеге бирә.
Был заманса залдын беренсе тамашасылары район хакимиәте башлығы Руслан Ғиззәтуллин, республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Халиҡов, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы начальнигы Шамил Әбдраҡов, «Башҡортостан» киностудияһы директоры урынбаҫары Илгиз Бикбаев, киностудияның прокат начальнигы Тимур Йосопов, республика телевидениеһы вәкилдәре һәм район халҡы булды. Бында Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса режиссер Александр Галибин төшөргән «Һеңле» фильмы күрһәтелде.
Янғындарҙан һаҡланыу талаптарына ярашлы, залдың айырым өстәмә сығыу ишектәре бар. Күрһәтеләсәк фильмдар исемлеге эленгән. Балалар өсөн дә фильмдар күрһәтеләсәк.
Кинозалды асыу тантанаһында алдағы киносеансҡа саҡырыу билеты уйнатылды. Яңы кинозалға килегеҙ, рәхәтләнеп фильмдар ҡарағыҙ. Бында шарттар ҡала кинотеатрындағынан һис тә кәм түгел.