САРМАНАЙ
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Ноябрь 2019, 13:36

Беҙ ҙә диктант яҙҙыҡ

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Бөтөн рәсәй «Ҙур этнографик диктант» акцияһы үтте. Ул Рәсәйҙең барлыҡ субъекттарында һәм

сит илдәрҙә бер үк ваҡытта башланды. Башҡортостанда диктант илле биш майҙансыҡта үтте.
Илебеҙҙә бындай күләмле акция дүртенсе тапҡыр ойошторолдо. Диктант ватандаштарыбыҙҙың илебеҙҙә йәшәгән халыҡтар тураһында белем дәрәжәһен асыҡларға, этнос-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙә мөһим урын тотоусы этнография фәненә иғтибар йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
Диктант өс биремдән торҙо. Уларҙың егермеһе – барыһы өсөн дә уртаҡ, уныһы – һәр регион өсөн үҙенә. Уны яҙырға ҡырыҡ биш минут бирелде, иң күбе йөҙ балл йыйырға мөмкин ине.
Был сараға кушнаренколар ҙа ҡушылды. Унда ҡатнашырға теләүселәр район китапханаһының уҡыу залында йыйылды. Ҡатнашыусылар араһында өлкәндәр ҙә, мәктәп уҡыусылары ла бар ине.

Читайте нас: