САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Ноябрь 2019, 13:25

«Аҡ ҡалфаҡ»ҡа яңы уңыштар

Ауыл мәҙәниәт учреждениелары араһында БР мәҙәниәт министрлығы, республика халыҡ ижады үҙәге һәм район хакимиәттәре ойошторған конкурс дауам итә.
Беҙҙең райондан унда Иҫке Туҡмаҡлы мәҙәниәт йортоноң «Аҡ ҡалфаҡ» фольклор коллективы (етәксеһе Ирина Әйүпова) ҡатнаша. Ул бәйгенең ике этабын уңышлы үтеп, өсөнсө турға сыҡты.
Конкурс комиссия ағзалары – республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева һәм мәғлүмәт-аналитика бүлегенең баш белгесе Зилә Мәһәҙиева беҙҙең таланттарыбыҙҙы өсөнсө этапта баһалау өсөн Иҫке Туҡмаҡлы ауылына килде.
Һәүәҫкәр артистар сығышҡа бик етди әҙерләнде. Улар жюри һәм ауылдаштары хөкөмөнә «Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта» тип исемләнгән театрлаштырылған тамаша тәҡдим итте. Фидрат Бикмөхәммәтов һәм Илфир Әйүпов программаны музыкаль яҡтан оҫта биҙәне.
«Аҡ ҡалфаҡ»ҡа яңынан-яңы ижади уңыштар һәм конкурста еңеүҙәрен теләйбеҙ.
Беҙҙен хәбәрсе.
Читайте нас: