САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Ноябрь 2019, 17:30

Фестиваль дауам итә

Башҡортостан Республикаһы ойошторолыуының 100 йыллығына бағышланған район ауыл Советы ауыл биләмәһенең үҙешмәкәр коллективтары араһында «Ғәзиз тыуған ерем» тип исемләнгән фестиваль-марафон дауам итеп, сираттағыһы Ҡарабаш ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Унда Ҡаҙыр ауыл Советы ауыл биләмәһе үҙешсән артистары күркәм концерт номерҙарын тәҡдим итте.
Кисәлә коллективтар хор, вокал сығыштары, йыр һәм бейеүҙәре, сәнғәтле шиғыр уҡыуҙары менән тамашасы күңеленә хуш килде. Һәр ҡатнашыусы ихлас әҙерләнеп, тамашасыға яҡшы кйеф һәм күңелле ял минуттары бүләк итте.
Концерт аҙағында Ҡаҙыр ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы хакимияәте Мансур Әхмәтов Ҡарабаш ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Рәфит Шәңгәрәевҡа штандарт тапшырҙы.
Читайте нас: