САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Октябрь 2019, 18:10

Команда-штаб өйрәнеүҙәре

Производствола хәүефһеҙлек – нефть сығарыуҙың нигеҙе
“Башнефть-Добыча” Дүртөйлө районында күләмле команда-штаб өйрәнеүҙәре үткәрҙе. Улар граждандар оборонаһы өлкәһендә бурыстарҙың тулы бер комплексын хәл итеүгә йүнәлдерелгәйне. Тап шуның өсөн дә унда ҡатнашыуға, нефть һәм газ сыағрыу компанияһы подразделениеләры менән бер рәттән, төп подряд ойошмалары, ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте, Дүртөйлө районы хакимиәте һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығың Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идараһы вәкилдәре саҡырылғайны. Өйрәнеү сиктәрендә барлығы 150 кеше һәм 20 берәмлек техника мобилизацияланды.
Өйрәнеүҙәрҙең беренсе этабы барышында хәбәр итеүҙе ойоштороу һәм етәксе составты йыйыу, шулай уҡ теракттар буғанда йә иһә техноген аварияларға, шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәргә килтереү ихтималы булган потенциаль хәрби ҡыҫылыш шарттарында авария-ҡотҡарыу һәм башка кисектергеһеҙ эштәр башҡарыу буйынса саралар эшләнде.
Икенсе этап айырыуса ҡырҡыу булды, уның барышында ҡатнашыусыларҙың ғәмәли оҫталыҡтары шымартылды һәм тикшерелде.
Иң ҡатлаулынан башланылар. “Башнефтехим” уҡытыу үҙәге полигонында газ-нефть-һыу булыуы имитацияланды – һирәк, әммә хәүеф ихтималы булған, сәнәғәт ҡоролмаларына гына түгел, бәлки, персоналға ла ҡурҡыныс янаған күренеш. Асыҡ фонтан осрағына эштәр алгоритмы, шулай уҡ уҡытыу скважинаһында күрһәтмә тергеҙеү эштәре Дүртөйлөгә махсус килгән Төньяк-көнсығыш хәрбиләштерелгән частың фонтандарға ҡаршы авария-ҡоткарыу формированиелары көсө менән башҡарылды. Шул уҡ полигонда трансформатор подстанцияһына ут ҡапҡанда уны һүндереү алымдары эшләнде.
Полигонда занятиелар менән бер рәттән, команда-штаб өйрәнүҙәренең бер өлөшөнә әүерелгән махсус-тактик күнекмәләр ҙә үткәрелде.
Читайте нас: