САРМАНАЙ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Октябрь 2019, 12:10

Үҙ һөнәрҙәренең оҫталары

Киләсәккә юл бөгөн һалына
Юлсылар һәм автомобилселәр үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләне.
Иҡтисадты үҫтерәү өсөн яҡшы юлдар һәм ышаныслы транспорт кәрәк. Быйыл Дүртөйлө районында автомобиль юлдарына, урамдарға асфальт бер ҡасан да булмағанса күп йәйелде, йорт ихаталары ремонтланды, автомобиль туҡталыштары төҙөлдө. Автомобиль техникаһы паркы яңыртылды. Беҙҙең водителдәр – ысын профессионалдар, күрше райондарғы ла, шулай уҡ ҡала яны маршруттарын да хеҙмәтләндерәләр.
Байрам ыңғайынан “Башҡортостан Республикаһы төҙөлүгә 100 йыл” юбилей миҙалына автотранспорт предприятиеһының элекке начальникары Шамил Карамов, Венер Кашаев, “Коммунальник” муниципаль унитар предприятиеһы водителе Илфат Зәйнетдинов лайыҡ буды.
Күптәрҙең хеҙмәте район хакимиәтенең, транспортсылар һәм юлсыларҙың юғары ойошмаларының почет грамоталары менән баһаланды.
Дүртөйле автотранпорт идараһынан яғыулыҡ аппаратураһы буйынса слесарь Илшат Гәрәев, кассир-контролер Наилә Фәйзуллина, автобус шоферы Рәүфәт Фатыйхов.
“Арлан промысел юлдарын ҡарау идараһы” йәмғиәтенең юл-теҙөлеш машиналарын ремонтлау буйынса слесарье Фларит Әйүпов.
Читайте нас: