САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Октябрь 2019, 17:25

Байрамдан – бүләктәр менән

Уҙған аҙнала Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө һалаһында республика ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы тантаналыбилдәләнде. Унда муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин етәкселегендә алдынғы хужалыҡтар, предприятиеләре, КФХ етәкселәре, баҫыусылыҡ, малсылыҡ тармаҡтары уңғандары ҡатнашты һәм ҙур еңеү менән ҡайтты. XXII партсъезд ис. кооперативтың машина менән һыйыр һауыу операторы Мөнирә Ғабдуллина - БР Почет грамотаһына, баш зоотехник Рәфит Ахунов – БР Хөкүмәтенең Дипломына, Куйбышев ис. кооператив механизаторы Рүзил Разов - «БР фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһенә, «Ағиҙел» йәмғиәте директоры Финат Хәлиуллин, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Альберт Рамазанов - БР атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Илишхлеб» йәмғиәтенең директор урынбаҫары Рөстәм Ғиләжетдинов «БР атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.
Шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙә юғары күрһәкестәргә өлгәшкәне өсөн Илеш районы БР Хөкүмәтенең Дипломына эйә булды.
Читайте нас: