САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Октябрь 2019, 17:00

Бер тауыштан "биш"ле

Кушнаренко районы ауылдарында һәүәҫкәр драма түңәрәктәре эшсәнлеген үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Театр йылы сиктәрендә барлыҡ клуб учреждениеларында ла смотр-конкурс башланды. Бөгөнгө көндә Шәрип, Ҡалтай, Ҡаратәкә ауылдарында ололар өсөн, ә Солтанай, Байталлы һәм Бардовкала балалар өсөн тамашалар күрһәтелде. Район үҙәгенә килгән жюри ағзалары урындағы һәүәҫкәр артистарҙың эшенә баһа биреп, иң шәптәрен һайлап ала. Алда тағы ла бик күп кенә коллективтарҙың ижад емештәрен ҡарайһы бар әле.
Ауыл сәхнәһендә спектакль ҡуйыуҙар онотола барған бер заманда тамашасыларҙың рәхәтләнеп спектакль ҡарауы ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Яңыраҡ шундай уҡ сағыу тамашаны беҙ Ҡарасайылғала ҡараныҡ. Ауыл клубы тамашасы менән тулғас, яңы һулыш алғандай булды. Бында Әсфәр Яруллиндың "Тутый ҡош" музыкаль комедияһын сәхнәләштерҙеләр. Сәхнә биҙәлеше, актерлыҡ оҫталығы, тел-һөйләм маһирлығы – барыһы да эш барышында үҙләштерелде. Һөҙөмтәлә сәхнәлә бынамын тигән тамаша барлыҡҡа килде.
Ваҡиф һәм Нурия образдарын ирле-ҡатынлы Гөлназ һәм Артур Ширғазиндар тыуҙырҙы. Улар икеһе лә бик матур йырлай ҙа.
Сафа ролен башҡарыусы Рөстәм Ахунов –гармунсылар нәҫеленән. Римма ролен Резеда Мортазина башҡарҙы. "Ҡойоп ҡуйған "әртис" бит был!" - тинеләр, клубтың яны етәксеһенә һоҡланып, ауылдаштары. Резеда Мортазина быға ҡәҙәр хисапсы хеҙмәтен башҡарған, ире Дим Зыя улы менән мал үрсетеп, ер эшкәртеп көн күргән, ҡыҫҡаһы, мәҙәниәттән йыраҡ торған кешеләр.
Ауыл старостаһы Эльвира Фәрәхетдинова әйтеүенсә, уның ойоштороу һәләте әлегәсә һиҙелеп кенә бармаған булып сыҡты. Ә спектаклгә Ҡарасайылға ауыл халҡы бер тауыштан "биш"ле ҡуйҙы!
Читайте нас: