Кушнаренко ауылындағы таҙартыу ҡоролмалары 1975 йылда файҙаланыуға тапшырылған. Башта улар ауыл хужалығы техникумы комплексы составына ингән һәм ошо уҡыу йортоноң канализация һыуын таҙартыуға хеҙмәт иткән. Ауыл киңәйеп, күп фатирлы йорттар төҙөлә башлағас, улар ҙа тоташтырылған.
Дүрт тиҫтә йылдан артыҡ эшләп килгән ҡоролмалар ике КУ-200 агрегатынан, оператор, хлорлау, компрессор бүлексәләренән, резервуар, ике көс майҙансығынан тора. Дөйөм ҡеүәте 400 куб метр тәшкил итә. Файҙалана башлағандан бирле капиталь ремонт яһалмауын һәм реконструкция үткәрелмәүен иҫәпкә алһаң, был бик күп. Әлеге ваҡытта таҙартыу уларҙы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтләндерә.
Быйыл республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә инженерлыҡ коммуникациялары менән канализация-таҙартыу коммуникациялары төҙөлә башланы. Эштәр республика һәм район бюджеттарынан финанслана.
Шаҡтай эш башҡарылған да инде. Бер гектарҙан артыҡ майҙанда буласаҡ бина һәм коммуникацияларҙы төҫмөрләп була. Объектта һәр көндө һигеҙ-ун кеше, биш-алты берәмек техника эшләй. Ҡотоев урамы башынан таҙартыу ҡоролмаларына ҡәҙәр 200 метр юл күтәртелгән. Берһе 1200, икенсеһе 700 метрлы ике баҫым коллекторы һуҙылған.
Рәшәткәләр бинаһы төҙөлгән һәм унда йыһаздар урынлаштырылған. Селтәрҙәр галереяһы, ультрафиолет таҙартыу, трансформатор һәм запас электр станцияһы өсөн нигеҙ һалынған. Административ-көнкүреш корпусы өсөн свайҙар ҡаҡҡандар.Йыл аҙағына ҡәҙәр төҙөүселәр алтмыш миллион һумға яҡын аҡса үҙләштерәсәк.