Ҡармаҡ һалып, уға селәүсен йә иһә икмәк киҫәге беркетеп, һыуға ташлауҙан һәм ҡалҡыуыс һыуға батҡас, балыҡны ярға тартып сығарыуҙан да еңелерәк эш юҡтыр кеүек. Былар барыһы ла дөрөҫ, әммә балыҡ ҡармаҡлай белеү тигән дөрөҫлөк тә бар. Был оҫталыҡҡа эйә булыу өсөн ҙур тәжрибә һәм хатта сәләт тә кәрәк.
“Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Дүртөйлөләге ҡарауыл бүлеге эшсәндәре балыҡ ҡармаҡлау буйынса конкурс үткәрҙе. Уны Иҫке Балтас ауылы янында Ағиҙелдең боронғо юлы булған ҡылы күл - Йәүшелде ярында үткәрҙеләр. Был хаҡта ҡарауыл бүлеге профгрупоргы Денис Мәхмүтов һөйләй:
Бына ул ярыштар! Кемдер үҙенең яратҡан ҡармағын, кемдер профессиональ ҡармаҡ алып килгән.
Көрәш тыныс барҙы. Ике сәғәттән һуң еңеүселәр билдәле булды. Беренсе урында Зинфир Мөслөхов, икенсе урында - Вениамин Тазеев, өсөнче урында - Ирек Гәрәев. “Тотолған иң кесәй балыҡ өсөн” – Илдар Ризванов, “Беренсе булып балыҡ тотҡан өсөн” – Айнур Ғилемханов, “Иң ҙур балыҡ тотҡан өсөн” – Рузил Вәлиев бүләктәр алды.