САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Октябрь 2019, 11:47

Волонтерҙар ярҙамға килә

Аналог телевидениеһы туҡтатылып, тапшырыуҙарҙы яңы, һанлы форматта ҡарай башлауыбыҙға да бөгөн 10 көн булды. Күптәр уларҙы юғары сифатта ҡарауҙың уңайлылығын тойоп, тейешенсә бәһәлап өлгөргәндер, тип уйлайбыҙ.

Ә инде яңы технологияләрға күсеү процессы бер ни ҡәҙәр ҡыйынлыҡ тыуҙырған өлкәндәргә районыбыҙҙа әҙерләнгән 60тан артыҡ волонтер ярҙамға килә. Район үҙәгендә һәм Саҡмағош ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа йәшәүселәргә ярҙамға бер нисә ирекмән, шул иҫәптән иң әүҙемдәренең береһе булған Ильвира Шәйнурова ашыға. Ул көн һайын бер нисә йортта булып, мөрәжәғәт итеүселәргә 20 бушлай каналды табып-көйләп, һорауҙарға яауап бирә. Кисә, мәҫәлән, ул Гагарин урамында йәшәүсе Рима апай Хәйбрахманованың, Тукай урамында Флүрә апай Вәлиеваның йорттарында булды, уларға яратҡан тапшырыуҙарын өҙлөкһеҙ ҡарау өсөн тейешле йыһазҙарҙы көйләне.
Р.Арсланова.


Читайте нас: