САРМАНАЙ
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Октябрь 2019, 11:26

Республика юбилейына арнап

Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арналған саралар циклы сиктәрендә Үрнәк ауылы мәҙәниәт йортонда тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар турниры үтте. Ул “Тыуған Башҡортостаныбыҙҙы беләһеңме?” тип исемләнде.

Һәр кешенең күңелендә тыуған яғына, атай-олатайҙары ғүмер иткән, үҙе тыуып-үҫкән кесе Ватанына оло мөхәббәт йәшәй. Һәм был изге хис һүрелмәһен, йөрәктә ғүмер буйына һаҡланһын өсөн уны йылытып, үҫтереп торорға кәрәк. Был айырыуса йәш быуынды тәрбиәләгәндә мөһим.

Интеллектуаль турнирҙа мәктәп уҡыусылары ике командаға бүленеп белемдәрен һынаны. Ярыштар дүрт турҙа барҙы. Һорауҙар һәм биремдәр “Башҡортостандың ете мөғжизәһе”, “Ҡалалар”, “Арҙаҡлы шәхестәр”, “Әҙәбиәт” темалары буйынса тупланғайны. Турнир дауамында фойела “Башҡортостан – республикам минең” тип исемләнгән күргәҙмә эшләне.
Роза Ғәбделисламова,

Үрнәк ауылы мәҙәниәт йорто мөдире.
Читайте нас: