САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Октябрь 2019, 14:08

Өлкәндәрҙең йорттарына барып

Республика, һәм шул иҫәптән беҙҙең район да, телевидение тапшырыуҙарын һанлы форматта ҡарай башлауға тап бер аҙна ваҡыт үтте. Аналог телевидениеһынан заманса форматка күскәндә бер ни ҡәҙәр ауырлыҡтар кисергән граждандарға яратҡан тапшырыуҙарын өҙлөкһөҙ ҡарарға волонтерҙар ярҙам итте. Улар һәр ауыл биләмәһендә әҙерләнде. Был көндәрҙә ярҙам итеүҙе үтенеп тапшырылған заявкалар шактай әҙәйде.

Аҙна ахырында Саҡмағош ауыл Советында билдәләнгән иң актив волонтерҙарҙың береһе Ильвира Шәйнурова Трактор урамында йәшәүсе Ф.Борханованың йортона барып, телевизорына махсус ҡушымта-приставканы ҡушты, бушлай күрһәтелә торған каналдарҙы табып, өлкән апайға тапшырыуҙарҙы һанлы форматта ҡарау мөмкинлеген асты.

Р.Арсланова.
Читайте нас: