Билдәле булыуынса Башҡортостан 14 октябрҙән һанлы тапшырыуға күсте. Илеш районы ирекмәндәре халыҡҡа һанлы эфир тапшырыуын көйләргә ярҙам итеүҙе дауам итә. Уларға күбеһенсә приставканы нисек көйләргә һәм 20 бушлай ҡарай торған каналды нисек табырға кәрәклеге тураһында мөрәжәғәт итәләр. Шулай уҡ ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙе пульт менән идара итәргә өйрәтәләр.