САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Октябрь 2019, 13:24

Заман менән бергә атлап

Районда йәшәүсе халыҡты һанлы телевидениегә тоташтырыу буйынса волонтерлыҡ эше дауам итә. Ауыл биләмәләрендә 60тан артыҡ ирекмән өлкәндәр һәм ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең йорттарына барып, тапшырыуҙарҙы яңы, һанлы форматта ҡарау өсөн махсус йыһазҙарҙы көйләп, телевизорға тоташтыра, талап ителгәндә, уларҙан файҙаланырға өйрәтә.

Рәжәп ауыл Советында был игелекле эште волонтерҙар – биләмәнең йәштәр эштәре буйынса белгесе Гөлнара Сәхибгәрәева менән фельдшер Алия Ғарифуллина башҡара. Был көндәрҙә улар Байбулат ауылында йәшәүсе Нурия Шәйхелисламова, Роза Әхмәтшина, Хәсәнә Камалетдинованың йорттарында булып, замандың яңы сифатлы технологияларынан файҙаланыу мөмкинлеген тормошҡа ашырҙы, өлкәндәргә яратҡан тапшырыуҙарын яңы сифатта карау мөмкинлеген бүләк итте.
Рәзилә Арыҫланова.
Читайте нас: