САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Октябрь 2019, 11:56

ЫСЫН КҮҢЕЛДӘН

Дүртөйлө районында тыуған республикабыҙ төҙөлөүҙең 100 йыллығына бағышланған мәҙәни саралар үтте.
Мари мәҙәниәте көнө
Улар иҫәбенә “Мари мәҙәниәте көнө"лә керә. Ул төрлө торлаҡ пункттарҙа сиратлап йыл һайын үткәрелеп килә. Быйыл байрам Әңгәсәк ауылында үтте һәм райондың, Башҡортостан Республикаһының төрлө ауылдарынан, сикһеҙ илебеҙҙең яҡын һәм алыҫ төбәктәренән ҡунаҡтар йыйҙы.
Урам байрамы
Ҡаҙаҡтар ауылында йыл һайын ихаталарға, урамдарға йә иһә тотош тораҡ пунктҡа бағышланған теге яки был байрам үткәрелә. Быйылғы байрам бик матур Революция урамында, шифалы һыулы ҡоҙоҡ янында ойошторолдо. Әйткәндәй, бу көндө ҡоҙоҡ “Килендәр ҡоҙоғо” тигән исем алды.
Шундай уҡ урам байрамдары Имай-Утар, Бәләкәй Бишҡурай, Назытамаҡ, Йүнтирәк, Түбәнге Маншыр, Һикәлекүл ауылдарында үтте.
Башҡорт мәҙәниәте көнө
Халыҡты иң күп йыйған байрам, моғайын, Йүкәлекүл ауылында Һабантуй урынында үткән “Башҡорт мәҙәниәте көнө” булғандыр. Бында бөтә райондан килделәр. Һәр клуб һәм фольклор коллектив халыҡ оҫталары күргәҙмәләрен дә үҙ эсенә алған бай программа әҙерләгән. Өҫтәлдәр һый-ниғмәттән һығылып тора, ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтар менән һыйланылар: беренсе (аш һәм балыҡ һурпаһы), икенсе, ҡамыр ризыҡтары, еләк-емештән эсемлектәр. Ҙур түңәрәктә уйындар барҙы, командалар йорт хужалығын алып барыу буйынса үҙ оҫталығын күрһәтте. Сәхнәлә район уҙешсәндәре көсө менән әҙерләнгән концерт тәҡдим ителде.
Читайте нас: