САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Октябрь 2019, 14:17

Уңайлы һәм матур булһын тип

Уңайлы, таҙа-бөхтә һәм төҙөкләндерелгән йорт алды ихатаһы – күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең берҙәм теләгелер ул, моғайын. Билдәле булуынса, төбәк етәксеһе Р.Ф.Хәбировтың тәҡдиме менән республикала 2020-2024 йылдарға иҫәпләнгән “Башҡорт ихаталары” программаһы ҡабул ителеп, ғәмәлгә ашырыла ла башланы. Бындай комплекслы төҙөкләндереү программаһына район үҙәгендәге Тыныслыҡ урамында урынлашҡан 13, 15, 17, 17/1, 17/3, 19, 19/1, 21, Төҙөлөш урамындағы 1,3, 5, Ҡыр урамының 9, 10 һанлы күп фатирлы йорттар индерелгән. Ошо йылдарҙа был ихаталар ҙа төҙөкләндерелеп, районыбыҙ тағы ла йәмләнер әле.

Ә инде Иҫке Ҡалмаш ауылындағы Нефтяниктар һәм Ғалимовтар урамында йәшәүселәр иһә был көндәрҙә ҙур шатлыҡ кисерә. Уларҙың йорт алды территорияһы үҙҙәренә оҡшағанса һәм уңайлы булғанса яңыртылды. “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә бында иҫке бордюр сикләүҙәре яңыларына алмаштырылды, машиналар үтеп йөрөүсө юл киңәйтелде. Эштәр улар менән генә сикләнмәне әле – бында йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән тротуарҙарға асфальт түшәлде, яҡтыртҡыс уттар яңыртылды, уңайлы ял зонаһы булдырылды һәм хәүефһеҙ, йомшаҡ өҫлөклө балалар майҙансығы йыһазландырылды.
Р.Арыҫланова әҙерләне.

Сығанаҡ: муниципаль район хәкимиәте сайты.
Читайте нас: