САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Октябрь 2019, 16:29

Илештәр Ҡаҙан сәхнәһендә

Район мәҙәниәт һарайы ҡаршыһында эшләп килгән “Сағыл” халыҡ театры һәм “Мираҫ” халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле Татарстан Республикаһында уҙған театр коллективтарының Шамил Закиров исемендәге ун туғыҙынсы “Иҙел-Йорт” төбәк-ара фестивалендә ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, апрель айында улар Әлмәт ҡалаһында конкурстың икенсе зона турында ҡатнашып, финалға сыҡты. Йомғаҡлау турында үҙешсән артисттар Татарстандың баш ҡалаһы Ҡаҙандың В.И.Ленин ис. мәҙәни-ял комплексында уңышлы сығыш яһаны. Ҡаҙан халҡы М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау” музыкаль комедияһын яратып ҡабул итте, көслө алҡыштарға күмде.
Читайте нас: