Экспортты үҫтереү йәһәтенән был Башҡортостан өсөн күптән көтөп алынған ваҡиға. Һыу транспорты күп сығымдар талап итмәй, етмәһә, хәҙер Ағиҙелдән Каспий диңгеҙенә тура юл асылды. Хәҙер башҡорт ашлығы Ирандан тыш, Төркиә һәм Балтика буйы илдәренә лә оҙатыласаҡ. Урындағы элеваторҙың етештерү ҡеүәттәре иһә юғары, тимәк, эш тә ырамлы буласаҡ.