САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Октябрь 2019, 16:23

Эх, үҙебеҙҙен ҡыҙҙар!

Благовар районының Языков ауылы мәҙәниәт йортонда Рим Хәсәнов йырҙарын башҡарыусыларҙың «Сәскәләр уяныр» республика асыҡ фестиваль-конкурсы үтте. Унда һәүәҫкәр, профессиональ вокаль коллективтар һәм янғыҙ башҡарыусылар саҡырылды. Төп сәхнәлә Башҡортостан һәм Татарстандың утыҙ район һәм ҡалаһынан артистар йыйылды.
Бәйгегә беҙҙең район мәҙәниәт йортоноң Роза Сабурова етәкселегендәге «Ағиҙел моңдары» вокаль квартеты барҙы.
Сығыштарҙы танылған артистар һәм сәнғәт белгестәре Иҙрис Ғәзиев, Нәзифә Ҡадырова һәм Миләүшә Иҙрисованан торған жюри баһаланы.
Беҙҙең ҡыҙҙар «Һәүәҫкәр вокаль коллективтар» номинацияһында икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Роза Сабурова янғыҙ башҡарыусылар номинацияһында өсөнсө дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Йырсы һандуғастарыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ, яңы ижади еңеүҙәр теләйбеҙ!
Айгөл ВӘЛИЕВА.
Төҙөлөш майҙансыҡтарында
Замана талабы буйынса
Читайте нас: