САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Октябрь 2019, 13:45

Ярҙамға волонтерҙар килә

  • Бөгөн райондаштар инде өсөнсө көн телевидение тапшырыуҙарын 20 бушлай трансляцияләнгән канал буйынса – һанлы форматта, яҡшы сифатта ҡарай. Әлбиттә, замандың яңы технологияларын тиҙ арала үҙләштереү өлкән йәштәге апай-ағайларыбыҙ өсөн бер ни ҡәҙәр ауырыраҡ. Уларға яйһыҙ булмаһын өсөн барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә волонтерҙар әҙерләнде.
    Был көндәрҙә райондағы иң ҙур ауыл биләмәһе булған Саҡмағош ауыл Советында йәшәүселәрҙән һанлы форматҡа күсеү өсөн ярҙам һораған бындай үтенестәр башҡа ерлектәгеләргә ҡарағанда күберәк ҡабул ителә. Биләмә хәкимиәтенең йәштәр эштәре буйынса 1-се категориялы белгесе, иң әүҙем волонтерҙарҙың береһе булған Ильвира Шәйнурова өсөн дә тынгыһыҙ был көндәр. Көнөнә бер нисә йортҡа барып, өлкәндәргә ярҙам итеп ҡайта ул. Район үҙәгенең Ҡулса урамында йәшәүсе Флиҙә апай Ғарипова, Совет урамында ғүмер итеүсе Зәһилә апай Төхвәтуллина ла көтөп алды уны. Бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә үк Советы урамында барып, оло йәштәге апайҙың телевизорын һанлы каналдарға көйләп бирҙе лә, төп эш урынына ашыҡты ул.
    Был эштәр башҡа ауыл биләмәләрендә лә башҡарыла. Рапат, Иҫке Ҡалмаш ауыл Советтарында эшләүсе Фәриҙә Ғиҙҙәтуллина менән Римма Ғәзизйәнова ла өлкәндәрҙең йортона барып, телевидение тапшырыуҙарын яҡшы сифатта ҡарау мөмкинлеген бүләк итеп ҡайтты.

Рәзилә Арыҫланова.



Читайте нас: