Байрам көндәрендә Кушнаренко ауылынын үҙәк майҙанында, ғәҙәттәгесә, көҙгө йәрминкәр үтте.
Бында шәхси хужалыҡтарҙа үҫтерелгән һәм етештерелгән тауарҙар тәҡдим ителде. Унда йәшелсә-емештән башлап, бал һәм үҫентеләргә ҡәҙәр һатып алырға мөмкин ине. Тиҫтәләгән сауҙа нөктәләрендәге барған һатыу-алыуҙан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Ин мөһиме – хаҡтар кибеттәгенән арзаныраҡ булды.
Бәрәңге, кишер, кәбеҫтә һәм башҡа йәшелсәләргә ихтыяж ҙур булды.
Һәр кушнаренколы бындай йәрминкәләрҙе көтөп ала.
–Йәрминкәләрҙе һайлап алыу мөмкинлеге булғанға яратам. Барыһы ла яңы, шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән. Бына бал алырға килдем әле, – ти район үҙәгендә йәшәүсе Миннифә Ғиззәтуллина.
Сауҙа менән бер үк ваҡытта майҙан сәхнәһендә мәҙәниәт йорто артистары һәм ижади коллективтар тарафынан матур байрам концерты ла барҙы. Рәфис Баҡыев, Роза Сабурова, Гөлназ Ханнанованың йырҙары, Динар Ғиззәтуллиннын ҡурай мондары байрам кәйефе бүләк итте. Гүзәл Исламова, Валентина Князева, Илшат Арыҫланов яҡташтарына иң сағыу сығыштарын бағышланы. Фидрат Бикмөхәмәтов менән Рәйлә Нурғәлиеваның дуэты алҡыштарға күмелде. Эльвира Шәйх, Рөстәм Яҡупов һәм «Йымай» вокаль квартеты тамашаның йөҙөк ҡашына әйләнделәр.
Кушнаренколыларҙын ялдары, ысынлап та, файҙалы үтте. Улар ҡышҡылыҡҡа йәшелсә-емеш һәм башҡа ниғмәттәр генә туплап ҡалманы, ә бер-береһе менән аралашты, күңелле ял да итте.