САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Октябрь 2019, 12:07

Чемпионаттан – призлы урын яулап

10-13 октябрҙә Күмертау ҡалаһында пауэрлифтинг буйынса Иҙел буйы федераль округы Чемпионаты үтте. Унда Рҫсҫйҙең 9 төбҫгенҫн 150нән ашыу спортсы штанганы ятҡан урынан күтәреү буйынса көс һынашты. Башҡортостандың йыйылма командаһы составында яҡташыбыҙ – Күп функциялы үҙәктең райондағы бүлегенә идара итеүсе ИЛДАР ИЛҮС УЛЫ НИЗАМОВ та ҡатнашты. Бындай ярыштарҙа даими еңеүҙәр яулаусы райондашыбыҙ был юлы ла һынатманы. 83 килограммлыҡ ауырлыҡ категорияһында 205 килограммлы штанганы күтәреү ярышында ул призлы II урынды яуланы.

Был еңеүен ул райондашыбыҙ, Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып, Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры булған Рауил Рәфис улы Булатовтың яҡты истәлегенә арнаны.

Илдар Илүс улын ошо мәртәбәле еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артаба ла юғары үрҙәр яулауын теләйбеҙ.
Читайте нас: