Районда еләк-емеш культураларын үҫтереү эштәрен ойоштороу буйынса семинар-кәңәшмә үтте. Унда ауыл хужалығы бүлеге, селекция үҙәге белгестәре, ауыл биләмәләре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм ярҙамсы хужалыҡтар башлыҡтары, шулай уҡ республика Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре ҡатнашты.
Кәңәшмәне асып, район етәксеһе Руслан Ғизәтуллин мөмкин ҡәҙәр күбрәк крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын һәм кешеләрҙе еләк- емеш культуралары үҫтереүгә йәлеп итеүҙең мөһимлеген билдәләне.
– Был йүнәлештең киләсәге бар. Быйылдың сентябрендә республика Башлығы төбәктә илле индустриаль һәм агросәнәғәт паркы ойоштороу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Беҙҙең районда «Үҫеш» корпорацияһы менән берлектә еләк-емеш етештереүҙе яйға һалыу бурысы ҡуйыла. Бөгөн быға ихтыяж ҙур булһа ла, әлегә еләк-емеш уңышы күләме ҡәнәғәтләнерлек түгел, – тине ул.
Йыйылыусылар алдында Кушнаренко селекция үҙәге агрономы Ринат Шафиҡов, мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Илфат Сәғитов, республика ауыл хужалығы консультация үҙәге менеджеры Светлана Хәбиева сығыш яһанылар.
Семинарҙың практик өлөшөндә ҡатнашыусылар «Столыпин» йәмғиәтендә булып, еләк-емеш культуралары үҫтереүҙе ойоштороу менән таныштылар.