САРМАНАЙ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Октябрь 2019, 12:00

Акция

Беҙ ҙә ҡатнаштыҡ
Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеү алдынан районда «Йәшел Башҡортостан» акцияһы үтте. Унда район үҙәге һәм ауылдар халҡы актив ҡатнашты. Был көндө йөҙҙәрсә ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды. Бындай беренсе акция быйыл апрельдә ойошторолған ине. Ул саҡта Солтанай ауылы янында 3,5 гектарҙа ылыҫлы урманға нигеҙ һалынды.
Советтар Союзы Геройы Валентин Паширов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында иртәнән үк музыка яңғырап торҙо. Бында көрәк, силәк тотҡан кушнаренколылар йыйыла башланы. Мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре, район хакимиәте, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, редакция вәкилдәре айырыуса күп ине. Хеҙмәт ветерандары, көмөш волонтерҙар ҙа ситтә ҡалманы.
Сирень аллеяһы районға нигеҙ һалыусы Топорнинға бағышлап ултыртылды. Уның ҡырыҡ үҫентеһен пенсионерҙар «Көмөш йәш» волонтерҙары алып килде. Ултыртылған ағастарға һибеү өсөн коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре автосистерна менән һыу килтерҙе.
Район ойошторолоуҙың 90 йыллығына бағышлап алмағас аллеяһы ултыртылды. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлап, 75 миләш ағасы үҫәсәк. Парк ҡоймаһы буйлап йүкә үҫентеләре урынлаштырылды.
– Күп йылдар үткәс тә был парк кушнаренколыларҙың яратҡан ял итеү урыны булып ҡаласағына ышанам, – тине район хакимиәте башлығы Руслан Ғизәтуллин сараны асып.
«Йәшел Башҡортостан» акцияһында республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Марат Шәңгәрәйев ҡатнашты.
Бындай акция барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә үтте. Уның барышында күп кенә ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртылды.



Читайте нас: