САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Октябрь 2019, 12:41

Иң әүҙемдәр билдәләнде

8 октябрҙә Саҡмағош район мәҙәниәт йортонда тантаналы шарттарҙа районда үткән һайлауҙарға һөҙөмтә яһалды. Унда муниципаль район хәкимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты И.М.Усманов, депутаттар, ауыл биләмәләренең участок һәм территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре ҡатнашты.
Бынан бер ай элек, тоташ республикалағы кеүек үк, беҙҙең районда ла республика Башлығын һайлауҙар үтте. Шулай уҡ был көндө ауыл Советтары ауыл биләмәләре депутаттарын һайлауҙар һәм бер мандатлы 9-нсы Рапат округы буйынса муниципаль район Советына өҫтәмә депутат һайлауҙары ойошторолдо. Бөтә участоктарҙа ла һайлауҙар ҡанунға ярашлы, тейешле тәртиптә үткәрелде, уларҙың һөҙөмтәләре ғәмәлгә ярашлы тип раҫланды. Участок комиссияларының эшсәнлегенә дәғүә белдереп, территориаль һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итеүселәр булманы. 52 участок комиссияһында ике кимәлдәге, өсөһөндә – өс кимәлдәге һайлауҙар үткәрелде. Быға ҡарамаҫтан, бөтә комиссиялар да билдәләнгән маҡсаттарҙы төгәл үтәүгә иреште.
Районда һайлаусыларҙың 89, 3 проценты Башҡортостан Республикаһы Башлығын хуплап тауыш бирҙе. Саҡмағош муниципаль район Советына депутат итеп “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы тарафынан тәҡдим ителгән З.Р.Зиннәтуллина һайланды.
Һайлауҙарға йомғаҡ яһауға арналған тантаналы сара концерт номерҙары менән аралаштырып алып барылды һәм участок, территориаль һайлау комиссияларының иң әүҙем ағзаларын бүләкләү менән тамамланды.

Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Мәғлүмәт сығанағы һәм фото: муниципаль район хәкимиәте сайты.



Читайте нас: