САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Октябрь 2019, 16:36

Ерҙә урмандар шаулаһын

Дүртөйлө районында “Йәшел Башҡортостан” республика акцияҡы үтте.
Лесничество, район хакимиәте, ауыл Советы, мәктәп һәм волонтерҙар көсө менән Әңгәсәк питомнигында ҙур ағас үҫентеләре әҙерләү өсөн мәктәєп бүлегенә нигеҙ һалынды.
– Барлығы 10 мең төп ағас ултырттый, – тип һөйләй лесничий Нәзиф Мансуров. – 5 мең дана Себер шыршыһы һәм шул ҡәҙәр үк Сукачев ҡарағасы.
Ултырту материалдары Ҡаңғыш һәм Үрмәт эллипсоид питомниктарынан килтерелде.
Питомник эргәһендә ялан кухняһы эшләне, унда итле ҡарабойҙай бутҡаһы бешерҙеләр. Йәнәшәлә өҫтәлдә самауыр ҡайнап ултырҙы. Тырышып эшләгәндән һуң «Һалдат бутҡаһы” бик тәмле булды.
Читайте нас: