САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Октябрь 2019, 11:46

Ҡаланың 30 йыллығына бағышлап

“Алпан” физкультура-һауыҡтырыу комплексының спорт залында “Башнефть-Добыча” йәмғиәтенең Саҡмағош группаһы цехтары араһында мини-футбол буйынса турнир үтте, ул Дүртөйлө ҡалаһының 30 йыллығына бағышланды. Заманында нефтселәр тыуған ҡалабыҙҙы төҙөүгә һәм уны үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе һәм бөгөн шуның менән хаҡлы рәүештә ғорурланалар.
Турнир матур һәм бай йөкмәткеле булды. Командалар спорт осталығының юғары дәрәжәһен, заманса, сифатлы футбол һәм матур ярышташтар уйыны күрһәтте. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса электр йыһаҙдарын эксплуатациялау буйынса Дүртөйлө цехы командаһы еңеү яуланы. Ҡатлам баҫымын һаҡлау, торбаүткәргестәрҙе техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау цехтары һәм 5 нсе нефть һәм газ сығарыу цехы коллективтары призерҙар булды. Финалда ҡатнашыусылар барыһы ла иҫтәлекле бүләктәр алды. Шулай уҡ иң яҡшы уйынсылар ҙа билдәләнде. Улар Рөстәм Зарипов, Дамир Уҙаманов, Артур Солтанов һәм Камил Сәрүәров. Ойоштороусыларҙан уларға махсус приздар тапшырылды.
Читайте нас: