Хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙә сәләмәтлеге яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы социалләштереү, уларҙы йәмғиәттә йәшәүгә яйлаштырыу өсөн шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бүленә. Саҡмағош гимназияһында уҡыусылар өсөн уңайлы мөхит һәм йылы психологик атмосфера булдырыу юҫығында маҡсатҡа ярашлы эшсәнлек алып барыла. Бынан бер нисә йыл элек инде гимназия ишеге алдына пандус урынлаштырылды, инвалид балаларҙы оҙатып йөрөү һәм психологик ярҙам системаһы булдырылды, ике тапҡыр туҡландырыу ойошторолған. Бынан тыш, был уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән дә һөҙөмтәле эш алып барыла. Гимназия етәкселеге сәләмәтлеге яғынан етди тайпылыштар күҙәтелгән балалар тәрбиәләнгән ғәиләләр менән тығыҙ бәйләнештә тора.
Үҙған аҙнала сираттағы осрашыу үткәрелде. Унда инвалид балаларҙың ата-әсәләре, мәктәп директоры һәм уның урынбаҫарҙары, социаль педагогтар һәм баш ашнаҡсы ҡатнашты. Осрашыу барышында сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булған балаларҙы уҡытыуға ҡағылышлы яңылыҡтар тураһында һүҙ барҙы. Мәктәп хеҙмәткәрҙәре был балаларҙың ата-әсәләрен борсоған имтихандарҙы тапшырыу, өҫтәмә белем алыу, дәреҫкә әҙерләнеү йәһәтенән ғәмәлдә булған талаптар, беренсе синыфта уҡыусылар өсөн уңайлы шарттар булдырыу, мәктәптә туҡландырыуҙы ойоштороуға ҡағылышлы мәғлүмәттәр еткерҙе, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Мәғлүмәттәр һәм фото: муниципаль район хакимәте сайтынан.